11 декабрь, Йәкшәмбе

30 август 2013 йыл, 17:27

Башҡортостанда Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ булдырылды

автор: Эльвира Латипова

Республика Хөкүмәте бойороғо менән төбәктә БР «Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ» дәүләт автономиялы учреждениеһы булдырылды.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инвестицион башланғыстарға ярҙам итеү һәм уларҙы оҙатыу, төбәктең конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү һәм социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен күтәреү буйынса төрлө сараларҙы фәнни яҡтан тәьмин итеү агентлыҡ эшмәкәрлегенең төп маҡсаты булып тора.

Инвестициялар йәлеп итеү буйынса махсус агентлыҡ булдырыу ниәте тураһында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов БР Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының июндә үткәрелгән кәңәшмәһендә хәбәр иткәйне.

Агентлыҡты ойоштороусы вәкәләттәре БР Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелде.

— Һуңғы йылдарҙа сит илдәрҙә экспортты арттырыу һәм сит илдәрҙән инвестициялар йәлеп итеү буйынса функциялар йышыраҡ махсус автономиялы агентлыҡтарға тапшырыла, — тине төбәктең иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин. – Донъя практикаһында «инвестицияларҙы ҡеүәтләү агентлығы» тигән төшөнсә осрай. Инвестиция агентлыҡтары ил тураһында, уның халыҡ-ара конгресс һәм күргәҙмәләрҙәге өҫтөнлөктәре тураһында инвесторҙарға мәғлүмәт бирә.

Александр Марьин һүҙҙәренсә, Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ «төбәктең инвестиция проекттарын үҫтереү буйынса берҙәм дәүләт операторы» булып торасаҡ.

Бөгөнгө көндә яңы структураның уставын һәм күҙәтеү советының составын формалаштырыу буйынса эш алып барыла.