Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә инвалид балалар өсөн «Белем көнө» байрамы ойошторолдо

Йәмғиәт

Башҡортостан республика инвалид балаларҙың ата-әсәләре ассоциацияһында «Белем көнө» байрамы үтте. Сараға Өфөнөң барлыҡ райондарынан балалар саҡырылды. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр төрлө конкурстарҙа, викториналарҙа ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусыға татлы бүләктәр тапшырылды.

— Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған байрамды, йола буйынса, бер нисә йыл рәттән үткәрәбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан инвалид балаларҙың ата-әсәләре ассоциацияһы етәксеһе Геннадий Сөләймәнов. – Кескәйҙәрҙә уҡыуға, мәктәпкә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бала ни тиклем яҡшыраҡ уҡыған һайын, ҙурайғас шул тиклем уңышлыраҡ буласаҡ.

Байрамға килеүселәрҙең күпселеге Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы исеменән сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла мәктәптә уҡый йәки беренсе класҡа барырға йыйына. Сарала балалар менән Өфөнөң 11-се ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре аралашты. Кескәйҙәр мәктәп тураһындағы шиғырҙарҙы, йырҙарҙы иҫкә төшөрҙө.

— Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған бынай байрамдар Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы ҡарамағындағы барлыҡ район ойошмаларында үтте. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йөҙләгән бала быйыл һау-сәләмәт балалар менән ҡуша «Асыҡ мөхит» федераль программаһы буйынса эшләгән ҡәҙимге мәктәптәргә уҡырға барасаҡ, — тип хәбәр итте Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы матбуғат секретары Анна Аксенова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть