9 декабрь, Йома

30 август 2013 йыл, 15:08

Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһы депутаты, Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитет ағзаһы Марсель Йосопов «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.

Депутатҡа төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Улар араһында – ер мөнәсәбәттәре, төҙөлөш, йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм спорт. Шулай итеп, Өфөлә йәшәүсе ҡатын депутаттан ер участкаһын хосусилаштырыу мәсьәләһендә ярҙам итеүен һораны. Йәнә бер өфөлө экологик мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итте.

Депутаттың көрәш һәм билбау көрәше буйынса зона, республиака һәм бөтә Рәсәй спорт ярыштарына ярҙам итеү өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын белеп, депутатҡа «Спартак» балалар спорт-сәләмәтләндереү футбол-хоккей клубы етәксеһе әлеге клуб сараларын үткәреүҙә ярҙам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Граждандарҙың барлыҡ мөрәжәғәттәре тейешле ваҡыт эсендә ҡараласаҡ, мөрәжәғәт итеүселәргә яуаптар ебәреләсәк. Марсель Йосопов төбәк аҙналығы сиктәрендә граждандар менән осрашыуҙар үткәреүен дауам итәсәк. Теләүселәр (347) 276-12-90, 276-51-81 (Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе) йәки 276-20-41 (депутат М.Х.Йосоповтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе) телефондары буйынса алдан яҙыла ала.