Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

БР Йәштәр палатаһы шәкәр диабеты менән ауырыған балалар өсөн Ирәмәл тауына сәфәр ойошторҙо

Йәмғиәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Арсен Зинәтуллин Башҡортостандың «Феникс» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында шәкәр диабеты менән ауырыған балалар өсөн Ирәмәл тауына сәфәр ойошторҙо.

Балаларҙы социаль яраҡлаштырыу һәм реабилитациялау, шулай уҡ үҙ-үҙеңде контролдә тотоу оҫталығына өйрәтеү Көньяҡ Уралдың иң билдәле һәм иҫтәлекле урындарының береһенә сәфәрҙең төп маҡсаты булып торҙо.

Өс көн дауам иткән акцияла республиканың төрлө райондарынан 20 бала һәм үҫмер ҡатнашты. Тауға күтәрелеү, иҫтәлекле урындарға барыуҙан тыш, балалар өсөн төрлө уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. Сәфәр һуңында барлыҡ ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды, конкурста еңеүселәр наградаларға лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть