Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Хәйбулла районында мәктәп биналарында ике балалар баҡсаһы асылды

Йәмғиәт

Хәйбулла районында ҡайһы бер мәктәп биналарында балалар баҡсалары урынлаштырылды. Бындай яңыртыу эштәре уҡыусылар һаны кәмегән мәктәптәрҙә үткәрелде.

Шулай итеп, Атингән ауылында балалар баҡсаһы урындағы мәктәп бинаһының беренсе ҡатында урынлашты. Ашхана менән аш-һыу әҙерләү бүлмәһе хәҙер Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт талаптарына яуап бирә. Тотош бинала тәҙрәләр алмаштырылды, биләмәлә балалар майҙансығы булдырылды.

Ремонт эштәре мәктәп уҡыусылары өсөн дә үткәрелде – икенсе ҡатта бөтә бүлмәләрҙең ишектәре алмаштырылды, стеналар һәм түшәмдәр ремонтланды. Был маҡсаттарға район бюджетынан 8 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Шулай итеп, Атингән ауылы балалар баҡсаһында 40 балаға иҫәпләнгән ике төркөм булдырылды.

Шундай уҡ эштәр Таштуғай ауылында ла үткәрелде. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мәктәптең беренсе ҡатында урынлашты. Төҙөүселәр йәй эсендә бүлмәләрҙе нормаларға ярашлы итеп яңыртты. Мәктәп алды участкаһының дүрттән бер өлөшөн хәҙер балалар майҙансығы биләй. Реконструкция эштәренә 4 миллион 400 мең һум аҡса тотонолдо. Яңы балалар баҡсаһына 20 сабый йөрөйәсәк.

Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары бәләкәстәрҙе 1 сентябрҙә ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть