6 декабрь, Шишәмбе

30 август 2013 йыл, 11:39

Шәмбе көнө Өфөнөң Затон биҫтәһендә мәктәп велопарады үтә

автор: Әлим Фәйезов

Шәмбе, 31 августа, Өфөнөң Затон биҫтәһендә мәктәп велопарады үтә. Балалар «Тулҡын» паркынан алып «Йылғасы» стадионына тиклем ҙур колонналар менән үтәсәк. Стадионда төрлө ярыштар һәм конкурстар ойоштороласаҡ. Велотриал-шоу профессионалдары тамашасыларға үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Байрамда ижади коллективтарҙың да сығыштары көтөлә.

Сарала белем биреү учреждениелары уҡыусылары, шулай уҡ барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала. Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп велопарады Затон биҫтәһендә икенсегә ойошторола. Беренсе бындай сара 2012 йылдың 1 сентябрендә үткәрелде, унда 150-нән ашыу ҡатнашыусы һәм 400-ҙән ашыу тамашасы йыйылды. Ойоштороусылар быйыл да байрамда халыҡтың күп булырына ышана.

Башлана – 12.00 сәғәттә.