6 декабрь, Шишәмбе

30 август 2013 йыл, 10:54

Өфөлә Татарстандың халыҡ рәссамы Абрек Абыҙгилдин яҡташтарына үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейының «Ижад» күргәҙмә залында 3-25 сентябрҙә Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы Абрек Абыҙгилдиндың күргәҙмәһе үтә.

Абрек Абыҙгилдин Баймаҡта тыуған. Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлағандан һуң, Төньяҡ Урал боксит руднигы шахтаһында эшләй. 1965 йылда — Ҡазан сәнғәт училищеһын, 1970 йылда Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Рәссамдың Өфөләге күргәҙмәһендә «Салауат Юлаев» эштәр шәлкеме, шулай уҡ замандаштарыбыҙ портреттары («Земфира портреты», «Алһыу портреты») тәҡдим ителәсәк.

3 сентябрҙә 14.00 сәғәттә «Ижад» галереяһында рәссам ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтә. Күргәҙмә 16.00 сәғәттә асыла.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Космонавттар урамы, 22, «С.Орджоникидзе исемендәге майҙан» туҡталышы.