Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Белем көнөнә йәш өфөлөләргә бүләк - «Өфө әлифбаһы» әҙерләнгән

Йәмғиәт

Өфөлә рус телендә «Өфө әлифбаһы» («Азбука Уфы») донъя күрҙе. Был Башҡортостанда тәүге бындай проект.

— «Өфө әлифбаһы» өҫтөндә бер йылдан ашыу эшләнек, — тине редактор Ольга Сошникова. – Беҙҙең алда балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы китап сығарыу бурысы торҙо. Был баҫма балалар баҡсаһын тамамлаусыларға һәм беренсе класс уҡыусыларына әлифбаны үҙләштерергә, белем даирәһен киңәйтергә, тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Баҫмала һәр хәрефкә ҡала урамдарының, уның иҫтәлекле урындары һәм ҡомартҡыларының исемдәре бирелгән. Китапта шулай уҡ крайҙы өйрәнеү нигеҙҙәре, башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре урын алған.

— Был уникаль китап. Уға мөмкин тиклем түбәнерәк хаҡ ҡуйырға тырыштыҡ. Өфөләге һәр уҡыусы тәүге «Өфө әлифбаһы»на эйә булыр, тип ышанабыҙ, — тине Ольга Сошникова.

Әлеге ваҡытта авторҙар китапты башҡорт телендә дауам итеү өҫтөндә эшләй.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть