5 декабрь, Дүшәмбе

30 август 2013 йыл, 9:26

БР Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыларҙың төбәк-ара интернет-кәңәшмәһендә ҡатнашырға саҡыра

автор: Эльмира Сабирова

БР Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыларҙың төбәк-ара интернет-кәңәшмәһендә ҡатнашыуға саҡыра. Сара 23 сентябрҙән 7 октябргә тиклем үтәсәк.

Сираттағы виртуаль форумдың темаһы — «Педагогик традициялар һәм инновацион белем биреү мөхите – мәғариф системаһын камиллаштырыу нигеҙе».

Интернет кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн БР Мәғарифты үҫтереү институты сайтында теркәлергә кәрәк. Докладтарҙы pedsovet.irorb@mail.ru адресына ебәрергә була. Ойоштроусылар билдәләүенсә, доклад авторҙың шәхси тәжрибәһенә таянып яҙылырға тейеш. Уның көнүҙәк, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуы мөһим. Интернет-кәңәшмә сиктәрендә форумдарҙа, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып, белгестәргә һорауҙар бирергә була.