8 декабрь, Кесе йома

29 август 2013 йыл, 17:39

Башҡортостан баш ҡалаһы «Йәшел Рәсәй» экологик өмәһенә ҡушылды

автор: Галина Бахшиева

Өфө «Йәшел Рәсәй – бөтә Рәсәй экологик өмәһе» акцияһына ҡушылды. Сара Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында 31 августа үтә.

Акция илдең экологик хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән һәм Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үткәрелә. Ойоштороусы булып экологик йәмәғәт хәрәкәттәре һәм дәүләт власы органдары ярҙамында Рәсәйҙең «ТЕХЭКО» экологик фонды сығыш яһай.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сарала дөйөм ил буйынса миллионға яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. «Йәшел Рәсәй»гә теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Мәҫәлән, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Өфөнөң Рутто исемендәге скверын төҙөкләндерәсәк.

Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға теләүселәр өсөн телефон: (347) 228-95-98.