Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә А.Э.Тюлькин исемендәге бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы йәш рәссамдар тәбрикләнәсәк

Мәҙәниәт

30 августа Башҡорт дәүләт педагогия университетында 12.00 сәғәттә Александр Тюлькин исемендәге IX Бөтә Рәсәй балалар һынлы сәнғәт ижады конкурсында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтә. Сара танылған рәссамдың тыуыуына 125 йыл тулған көндә уҙғарыла. Бәйге Өфөнөң А.Э.Тюлькин исемен йөрөткән 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбе башланғысы менән ойошторола.

Быйыл конкурсҡа Башҡортостан, Волга буйы федераль округы төбәктәре, Себер, Санкт-Петербург, Мурманск, Ҡаҙағстан вәкилдәре – йәмғеһе 300-ҙән ашыу бала үҙ эштәрен ебәргән. Йәш рәссамдар бәйгеһе дүрт йәш төркөмө буйынса һәм биш номинацияла үткәрелде.

Гран-приға 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә белем алған 16 йәшлек Илдар Ғилманов лайыҡ булды. Уҡытыусыһы Ольга Фоминкова етәкселеге аҫтында ул «Иҫке Өфө» шәлкемен ижад иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть