3 декабрь, Шәмбе

29 август 2013 йыл, 15:49

Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Депутатҡа эшкә урынлашыу, белем биреү учреждениеларына ремонт эшләүгә булышлыҡ итеү, балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына урынлаштырыу, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең социаль проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итеү мәсьәләләре менән мөрәжәғәт иттеләр. Депутат һәр кешене иғтибар менән тыңлап, тейешле консультация бирҙе. Һәр мәсьәлә контролгә алынды, тейешле учреждениеларға рәсми запростар ебәреләсәк.

Балалар баҡсаларында урындар етмәү мәсьәләһенә килгәндә, депутат фекеренсә, бөгөн республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында был мәсьәлә буйынса аныҡ саралар күрелә: яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлә, иҫкеләре реконструкциялана, шәхси һәм ғаилә балалар баҡсалары булдырыла. Быйыл «Балалар баҡсалары — балаларға» федераль партия проекты старт алды, тип хәбәр итте депутат. Уның сиктәрендә, төбәктәргә мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләрен хәл итеүгә һәм бөтә ил буйлап балалар баҡсаларын төҙөүгә 59 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Башҡортостанға 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу сумма йүнәлтелгән. Был, әлбиттә, республика халҡы өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ.