11 декабрь, Йәкшәмбе

29 август 2013 йыл, 15:04

Төбәктә «Йөрәктән йөрәккә» хәйриә марафоны үтә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда «Йөрәктән йөрәккә» хәйриә марафоны үтә. Уның маҡсаты – йөрәгенә операция талап ителгән кешеләргә финанс ярҙамы күрһәтеү.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, марафон танылған кардиохирург Лео Бокерия башланғысы менән үткәрелгән «Бала йөрәгенә ҡағыл» бөтә Рәсәй акцияһының дауамы булып тора.

2013 йылдың 1 авгусына тыумыштан йөрәк ауырыуына дусар балаларға маҡсатлы адреслы ярҙам күрһәтеү хәйриә программаһы буйынса республиканың төрлө райондарынан 86 пациентҡа юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Программаны тормошҡа ашырыуға 18 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

А.Н.Бакулев исемендәге Бөтә Рәсәй йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәгендә дауаланыуға средстволар йыйыу өсөн Башҡортостан Республикаһының «Милләт һаулығы лигаһы» хәйриә фонды махсус иҫәп асҡан.