4 декабрь, Йәкшәмбе

29 август 2013 йыл, 14:03

Республиканың иң яҡшы йәш табиптары бөтә Рәсәй форумында тәбрикләнде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың 2013 йылда бөтә Рәсәй табиптар конкурсында еңеү яулаған иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәре Красногорск ҡалаһында үткән форумда тәбрикләнде. Премиялар менән 13-сө ҡала клиник дауаханаһы табибы Вера Комкова, Стәрлетамаҡтағы 1-се поликлиниканың участка терапевы Гөлнара Вәлиева, Өфө ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының урология бүлеге мөдире Рифҡәт Сәхипов билдәләнде.

Бөтә Рәсәй йәш табиптар форумы сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре тармаҡ проблемаларын һәм мөмкинлектәрен, бөтә ил кимәлендә хәҙерге заман медицинаһының этик һәм әхлаҡи мәсьәләләрен тикшереүҙә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Форум сиктәрендә шулай уҡ РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың сәләмләү хаты уҡып ишеттерелде.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова кадрҙар дефициты мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүлде. Федераль ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау дәүләт системаһында 640 меңгә яҡын табип эшләй. Шул уҡ ваҡытта кадрҙар дефициты 40 мең самаһы тәшкил итә.

Пленар ултырыштарҙа форумда ҡатнашыусылар «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү буйынса дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа йәш табиптарҙың ролен күтәреү», «Йәш белгестәргә ярҙам итеү», «Хәҙерге заман медицинаһының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре һәм этик мәсьәләләре» һәм башҡа темаларҙы тикшерҙе.

темалар: һаулыҡ һаҡлау