Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе коллективына ҡотлау хаты ебәрҙе

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә 5 йыл тулыу айҡанлы уның хеҙмәткәрҙәренә ҡотлау хаты ебәрҙе.  

«Хөрмәтле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһында төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылыуға 5 йыл тулыу уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Халыҡ менән көн һайын аралашыу партия эшмәкәрлегенең мөһим бер өлөшө булып тора. Ул граждандар проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән, асыҡ булырға тейеш. Һеҙҙең коллектив артабан да партия менән йәмғиәт араһында һөҙөмтәле диалог үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлер, «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙ өҫтөнә алған бурыстарын үтәүен үҙ эше менән раҫлар, тип ышанам. Һеҙгә уңыштар һәм изгелектәр теләйем», — тиелә Дмитрий Медведевтың ҡотлау хатында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть