10 декабрь, Шәмбе

29 август 2013 йыл, 12:17

Башҡортостанда тыуымдың кәмеүе теркәлгән

автор: Эльвира Латипова

— Тыуымдың кәмеүе хәүеф тыуҙыра: ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында яңы тыуған сабыйҙар һаны 200 кешегә кәмегән, — тине шаршамбы, 28 августа, БР Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Үткән йыл менән сағыштырғанда, үлем кимәле менән бәйле хәл насарыраҡ: үлем осраҡтары 700-гә тиерлек артҡан.

Шул уҡ ваҡытта, Президент һүҙҙәренсә, миграция ағымының артыуы күҙәтелә: һуңғы йылдар эсендә тәүгә республиканан ситкә китеүселәр һаны төбәккә килеүселәр һанынан 1,5 мең кешегә кәмерәк.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың тәбиғи һәм миграцион ағымының дөйөм һөҙөмтәләре ғинуар-июнь айҙарында ыңғай булған һәм 2055 кешене тәшкил иткән.

Ярты йыл эсендә республикала 28 125 кеше тыған – 2012 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 0,6 процентҡа кәмерәк. Тыуымдың артыуы Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм 18 муниципаль районда теркәлгән. Үлем осраҡтары ғинуар-июнь айҙарында 2,2 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда тыуым кимәле үлемдән 3,2 процентҡа юғарыраҡ (2012 йылдың ғинуар-июнь айҙарында 6,1 процентҡа юғарыраҡ булған). Дөйөм Рәсәй буйынса кире хәл күҙәтелә: үлем кимәле тыуымдан 5,9 процентҡа юғарыраҡ.

Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи артыуы биш төбәктә теркәлгән. Беренсе урында – Татарстан (3767 кеше), икенсе урында Башҡортостан (872 кеше) килә.