Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Диснейленд аналогы төҙөләсәк

Йәмғиәт

Рәсәйҙә генә түгел, бөтә Европала иң ҙур күңел асыу парктарының береһе оҙаҡламай Өфөлә төҙөләсәк. Франциялағы Диснейленд, Испаниялағы Port Aventura һәм Германиялағы Europa-Park күңел асыу парктарынан бер ҙә ҡалышмаған комплекс М.Ғафури исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашасаҡ. Был хаҡта инвестор вәкиле — «Триколор» компанияһының генераль директоры Михаил Абрамов журналистар менән аралашыу барышында хәбәр итте.

Проектлаусы – Европаның парктар һәм аттракциондар проектлау буйынса иң ҙур компанияларының береһе (Baustudio Architects Associates) – төбәктең бөтә үҙенсәлектәрен, шул иҫәптән климатын иҫәпкә алған, шуға күрә комплекстың йыл әйләнәһенә эшләйәсәк япмалы өлөшө лә ҡаралған.

2013 йылдың декабрендә бында яңы күҙәтеү тәгәрмәсе эшләй башлаясаҡ. Уның бейеклеге – 48 метр (сағыштырыу өсөн: элеккеһенең бейеклеге 20 метр ине). Мәскәү һәм Сочиҙан һуң, был бейеклеге буйынса Рәсәйҙә өсөнсө күҙәтеү тәгәрмәсе буласаҡ. Шаршамбы, 28 августа, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов уға тәүге нигеҙ ташын һалды.

Парк тематик зоналарға бүленәсәк. Йәмғеһе алты зона булдырыу планлаштырыла: башҡорт милли, балалар, ғаилә, экстремаль, мажаралар һәм «Донъя халыҡтары архитектураһы» парктары. Һәр береһендә аттракциондар урынлаштырыласаҡ.

Шулай уҡ комплекста ретро-автомобилдәр музейы, балалар автомобиль юлы, уйын майҙансығы, ҡышҡы баҡса, кинотеатр, ресторандар, йәйге верандалар, яһалма күлдәр, боулинг, лабиринттар урынлашасаҡ. Бынан тыш, ҡыҙыҡлы һыу аттракциондары эшләйәсәк. Паркты 2015 йылдың йәйендә асыу планлаштырыла.

Төҙөлөшкә инвестициялар күләме яҡынса 120 миллион доллар тәшкил итәсәк. Барлыҡ средстволарҙы шәхси инвесторҙар бүлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть