3 декабрь, Шәмбе

29 август 2013 йыл, 10:00

Йәрмәкәй районында Йәш һайлаусы көнө үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Йәрмәкәй районында Йәш һайлаусы көнө үтте. Йәш быуындың һайлау процесына ҡыҙыҡһыныуын арттырыу сараның төп маҡсаты булып торҙо.

Район китапханаһы хеҙмәткәре Ильмира Бәширова буласаҡ һайлаусыларҙы «Илеңә һинең һайлауың кәрәк» күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Балаларҙа «Президент булып эшләй алаһыңмы?» тип аталған психологик тест ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яуаптар һөҙөмтәләре буйынса белгестәр йәш быуындың маҡсатҡа ынтылышлы һәм әүҙем, уй-ниәттәре киләсәккә йүнәлтелгән булыуын асыҡланы.

8 сентябрҙә үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышына һайлауҙар тураһында райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шамил Ғәлимов һөйләне. «Йәш һайлаусы-2013» викторинаһы йомғаҡтары менән комиссия секретары Лариса Шәйҙуллина таныштырҙы. Интеллектуаль ярышта еңеүселәр дипломдар һәм бүләктәр менән тәбрикләнде, тип хәбәр иттеләр Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.