5 декабрь, Дүшәмбе

28 август 2013 йыл, 18:06

Иглин районында «Һаумыһығыҙ, яҡташтар!» байрамы үтте

автор: Людмила Терновая

Иглин районының Ҡалтыман ауылында «Һаумыһығыҙ, яҡташтар!» байрамы үтте. Ауыл халҡы был сараға ныҡлап әҙерләнгән: ремонт эштәре үткәргән, ихаталарын төҙөкләндергән.

Ауыл халҡын байрам менән район һәм ауыл Советы етәкселеге ҡотланы. Етәкселәр билдәләүенсә, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү урындағы хакимиәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Быйыл районда алты километр юл түшәлгән, барлыҡ бюджет ойошмалары төҙөк хәлдә, ауылдарҙа график буйынса көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарып түгеү ойошторолған. Халыҡ «Иң яҡшы ихата» конкурсында әүҙем ҡатнаша.

Байрам ҡунаҡтары өсөн концерт, күргәҙмә, төрлө уйындар, аттракциондар, спорт ярыштары ойошторолдо.

темалар: байрамдар