11 декабрь, Йәкшәмбе

28 август 2013 йыл, 17:32

БР Хөкүмәтендә 2013 йылдың тәүге ярты йыллығында төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү һөҙөмтәләре буйынса ултырыш үтте

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда иҡтисади үҫеш темптары кәмене, был бюджеттың килем өлөшөнә кире йоғонто яһаны. Бындай шарттарҙа республикаға тәрәндән уйланған бюджет сәйәсәте кәрәк, ә министрлыҡ һәм ведомстволар эшмәкәрлегенең төп критерийы бюджет ресурстары менән идара итеү һөҙөмтәлелеге булырға тейеш. Был хаҡта БР Хөкүмәте ултырышында шаршамбы, 28 августа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтте. Ултырыш 2013 йылдың тәүге ярты йыллығында төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү һөҙөмтәләренә, алдғы өс йылға күҙаллауҙарға һәм республикалағы бюджет һәм һалым сәйәсәтенең төп йүнәлештәренә арналды.

Рөстәм Хәмитов тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең төп күрһәткестәрен билдәләне. Шулай итеп, тулайым төбәк продукты был ваҡыт эсендә — 2 процентҡа (уртаса Рәсәй буйынса – 1,2 процент), сәнәғәт производствоһы – 1,3 процентҡа (Рәсәйҙә – 0,1 процентҡа), төп капиталға инвестициялар күләме 2,5 процентҡа артҡан (Рәсәйҙә – 1,5 процентҡа кәмегән). Шулай уҡ сит илдәрҙән йәлеп ителгән инвестициялар күләме ярайһы уҡ артҡан.

— Сит илдәрҙән йәлеп ителгән инвестициялар күләме 2,8 тапҡырға артып, 200 миллион АҠШ долларынан ашыу тәшкил итте, — тине Рөстәм Хәмитов. – Рәсәй Федерацияһында ул 32 процентҡа артҡан. Иҡтисадҡа һалынған инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында элеккесә — өсөнсө урында, йән башына иҫәптә инвестициялар күләме буйынса алтынсы урында торабыҙ. Бер аҙ алға китеш бар, әммә был беҙ талап иткән һандар түгел әле.

Рентабелле эшләмәгән производстволар һаны Башҡортостанда 270-тән 300-гә тиклем артҡан.

Торлаҡ төҙөлөшө, Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, юғарыраҡ темптар менән үҫешергә тейеш. Ярты йыл эсендә бер миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 18 процентҡа күберәк. Ете ай күрһәткестәре буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләменең үҫеүе 18,9 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса күрһәткес – 6,2 процент. Дөйөм алғанда һәм йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында тора.

Президент һүҙҙәренсә, бюджет дефициты мәсьәләһе республикала ҙур ауырлыҡ менән хәл ителә.

— Ағымдағы йыл бюджеты яҡынса 18 миллиард һумлыҡ дефицит менән үтәлә. 2012 йылда ла беҙҙә ошондай уҡ һандар ине. Был мәсьәләне хәл итә алабыҙ, әммә йылдан йыл быны башҡарыу ауырыраҡ. Бюджет үтәлешендә көсөргәнешлек һиҙелә.

Ете ай йомғаҡтары буйынса бюджеттың килем өлөшө, үткән йыл кимәле менән сағыштырғанда, бер аҙ кәмегән. Сығымдар 5,2 процентҡа артҡан.

Ағымдағы йылда бюджет дефицитын ҡаплауҙа, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «Транснефть» компанияһының бүлендек йәмғиәттәренең миноритар акциялар пакеттарын һатыу ярҙамға килгән. Һөҙөмтәлә республика 15 миллиард һум аҡса алған.

— Киләһе йылда акциялар пакеттарын һатыуҙан бындай күләмдә аҡса алыуҙы көтөргә ярамай, — тине БР Президенты. – Шулай ҙа был эште дауам итергә тейешбеҙ.