5 декабрь, Дүшәмбе

28 август 2013 йыл, 15:41

Истанбулда Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының Координация советы ултырышы үтте

автор: Әлим Фәйезов

Көн элгәре Истанбулда Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының Координация советы ултырышы үтте. Унда Төркиә, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Молдова составындағы Гагаузия Автономиялы Республикаһы, Украина составындағы Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм башҡа төбәктәрҙән киң мәғлүмәт саралары һәм хөкүмәт ҡарамағында булмаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәй исеменән Ҡарасәй-Черкес һәм Башҡортостан журналистары, шул иҫәптән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров сығыш яһаны.

Беренсе һәм икенсе төрки телле илдәр медиа-форумдарында (улар 2010 йылдың декабрендә Анкарала һәм 2011 йылдың октябрендә Баҡыла үтте) төрки телле илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары профессионалдарының бындай берләшмәһе төрки донъяһында барған ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булыу, тәжрибә һәм фекерҙәр менән уртаҡлашыу, аралашыу өсөн кәрәк булыуы тураһында һөйләшеп килешелгәйне, тип билдәләне Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының генераль секретары Морат Каракая. Шул уҡ ваҡытта был йәмәғәт ойошмаһында тулы хоҡуҡлы вәкил сифатында төрки телле илдәрҙән булмаған, әммә был илдәрҙә төрки телле төбәктәр, диаспоралар, берләшмәләр һәм киң мәғлүмәт саралары исеменән сығыш яһаған журналистарҙың да булырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ошо маҡсатта Баҡыла үткән икенсе медиа-форумда төрки телле илдәрҙең генә түгел, ә төрлө илдәр составында төрки телле төбәктәр, территориялар, диаспораларҙың журналистарын һәм киң мәғлүмәт сараларын берләштергән Медиа-платформа булдырылды. Шул ваҡытта уҡ икенсе медиа-форумға Рәсәй Федерацияһының төрки телле төбәктәре – Башҡортостан, Татарстан, Саха-Якутия, Тыва, Хакасия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес вәкилдәре, шулай уҡ Гагаузия (Мордова), Ҡырым-татар мәғлүмәт агентлығы (Украина), Төньяҡ Кипр, Косово, Македония, Төнбяҡ Тракия (Греция) журналистары саҡырылды. Баҡы форумында йәмғеһе 300-гә яҡын делегат һәм ҡунаҡ ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хаты уҡып ишеттерелде.

Кисә Истанбулда Медиа-платформаның Координация советы ултырышында һүҙ, атап әйткәндә, Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһының өсөнсө ултырышына әҙерлек тураһында барҙы. Морат Каракая хәбәр итеүенсә, Медиа-платформаның генераль дирекцияһы Баҡылағы осрашыуҙан һуң ойоштороу йәһәтенән күп эштәр башҡарған. Атап әйткәндә, интернетта Медиа-платформа порталы булдырылған. Уның презентацияһын Медиа-платформаның өсөнсө ултырышында үткәреү планлаштырыла.

Медиа-платформа ултырышын үткәреү урынына килгәндә, уны ағымдағы йылдың ноябрендә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәктә уҙғарырға ҡарар ителде. Ҡырғыҙстан Республикаһы Мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министрлығының Мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы начальнигы Ҡәҙербәк Әбдрәев хәбәр итеүенсә, Медиа-платформаның өсөнсө ултырышына әҙерлек әүҙем бара, ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителә.

Истанбулда Координация советы ултырышында ҡатнашыусылар Медиа-платформаның Бишкәктә үтәсәк өсөнсө форумының көн тәртибен, шулай уҡ Төрки телле илдәр һәм төбәктәр медиа-платформаһы Уставын раҫланы.