8 декабрь, Кесе йома

28 август 2013 йыл, 13:53

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам – Тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө йыл һайын 25 июлдә билдәләнәсәк. Яңы һөнәри байрам көн элгәре Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән булдырылды. Документҡа РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.

Байрам көнө осраҡлы ғына һайланмаған. Петр I батшаның 1713 йылдың 25 июлендәге указы менән М.И.Волконскийҙың Тикшереү канцелярияһы булдырылған. Ул туранан-тура дәүләт башлығына буйһонған һәм судҡа тиклем тикшереү үткәреү вәкәләттәренә эйә булған Рәсәйҙең тәүге дәүләт органы булып торған.