7 декабрь, Шаршамбы

28 август 2013 йыл, 13:23

Быйыл Башҡортостанда 430 меңдән ашыу бала мәктәпкә уҡырға барасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Быйыл Башҡортостанда 430 меңдән ашыу бала мәктәпкә уҡырға барасаҡ, уларҙың 44 меңе – беренсе класс уҡыусылары.  

2013 йылда Белем көнө йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә байрам дүшәмбе, 2 сентябргә, күсерелә. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам тантаналы линейканан башланып, РФ Конституцияһының 20 йыллығына арналған асыҡ дәрес менән тамамланасаҡ.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә республикала 1587 мәктәп һәм 812 филиал эшләй. Барлыҡ белем биреү учреждениелары уҡыу йылына әҙер һәм 1 сентябрҙә штат режимында эшләй башлаясаҡ.

темалар: белем көнө