5 декабрь, Дүшәмбе

28 август 2013 йыл, 12:46

Төбәктә 1,372 миллион тонна иген һуғып алынған

автор: Галина Бахшиева

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иген, ҡуҙаҡлы иген һәм, көнбағыштан тыш, май культуралары 908 мең гектар майҙанда сабылған (планға ҡарата был 51 процент тәшкил итә), 891 мең гектарҙа һуғып алынған (50 процент).

Бөгөнгө көнгә республикала 1,372 миллион тонна иген һуғып алынған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уңышы гектарынан уртаса 15,4 центнер тәшкил итә. Саҡмағош районы аграрийҙары гектарынан – 25 центнер, Мәләүез игенселәре – 23,6 центнер, Стәрлетамаҡ районы хеҙмәтсәндәре 22,4 центнер йыйып ала.