6 декабрь, Шишәмбе

28 август 2013 йыл, 12:27

Саҡмағош районында «Шамил шишмәһе» төҙөкләндерелде

автор: Арина Рәхимҡолова

Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Тамъян ауылы эргәһендә төҙөкләндереүҙән һуң «Шамил шишмәһе» ҡайтанан асылды.

Төҙөкләндереү эштәре Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә башҡарылды. Активистар шишмә биләмәһен кәртәләне, беседка ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Шишмәне төҙөкләндереүгә Гүзәлиә һәм Шамил Кәримовтар күп көс һалды, уларға Яңы Ҡото ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Алмас Аллаяров та ярҙам итте. Урындағы халыҡтың да тырышлығын телгә алмау мөмкин түгел, улар шишмә биләмәһен төҙөкләндереү буйынса өмәләр ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты. Хәҙер «Шамил шишмәһе» ауыл халҡы һәм ҡунаҡтарының иң яратҡан урынына әүерелде.