8 декабрь, Кесе йома

28 август 2013 йыл, 11:44

Башҡортостан Президенты: «Дүртөйлөлә һәр ваҡыт эшлекле мөхит хөкөм һөрә»

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

— Дүртөйлөлә һәр ваҡыт яҡшы эшлекле мөхит хөкөм һөрә. Был беҙҙең көслө районыбыҙ һәм ҡалабыҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Дүртөйлө ҡалаһы һәм районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә урындағы халыҡ менән аралашыу барышында. – Дүртөйлөнөң яҡшы йолалары, тарихы, хеҙмәт даны бар. Район һәр ваҡыт Башҡортостандың биш иң көслө, ҡеүәтле, үҙ-үҙенә ышанған, үҫешкән төбәге иҫәбендә булды. Бындай хәл киләсәктә лә һаҡланып ҡалыр, тип ышанам, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ бындай осрашыуҙарҙың уның өсөн матур йолаға әүерелеүен билдәләне.

— Райондар, ҡалалар буйлап эш сәфәре менән йөрөгән саҡта, халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу мөмкинлеге булһын өсөн, һәр ваҡыт бындай осрашыуҙар ойоштороуҙарын һорайым. Бындай формат барыбыҙға ла кәрәк, киң мәғлүмәт саралары аша ғына аралашып булмай – республиканы үҫтереү, бергәләп эш итеү мөмкинлектәре йәһәтенән килеп тыуған уй-фекерҙәрҙе халыҡҡа еткереү ауыр, — тине Башҡортостан Президенты.

Сығыштың тулы стенограммаһы, шулай уҡ эш сәфәре тураһында тулы отчет республика башлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.