4 декабрь, Йәкшәмбе

28 август 2013 йыл, 9:38

Рөстәм Хәмитов: «Әбйәлил һәм Белорет райондарында ташҡындан зыян күргән һәр кеше 15 мең һум аҡса аласаҡ»

автор: Эльвира Латипова

Республиканың Әбйәлил һәм Белорет райондарында ташҡындан зыян күргән 3,6 мең кешенең һәр береһе 15 мең һум күләмендә матди ярҙам аласаҡ, тип хәбәр итте шишәмбе, 27 августа, Дүртөйлө районы халҡы менән осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

— Ташҡын зонаһына эләккән һәр кемгә ярҙам итәсәкбеҙ, — тине республика етәксеһе. – Халыҡ матди һәм әхлаҡи юғалтыуҙар кисерҙе. Һәр кеше 15-шәр мең һум аҡса аласаҡ: 5 мең һум – республика бюджетынан, 10 мең һум федераль ҡаҙнанан бүленәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡойма ямғырҙар арҡаһында 8-10 августа республиканың Әбйәлил һәм Белорет райондарында ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуҙы. БР Президенты территорияны ҡараған саҡта, юғалтыуҙар ҡапланасаҡ, тип урындағы халыҡты ышандырҙы. Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, торлаҡ фонды һәм социаль объекттар 15 октябргә тиклем тергеҙелергә тейеш.