4 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2013 йыл, 17:13

1 сентябргә Башҡортостан райондарында дүрт яңы мәктәп асыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Яңы уҡыу йылына Башҡортостанда дүрт яңы мәктәп һәм ике балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк, йәнә ике дөйөм белем биреү учреждениеһы реконструциянан һуң асыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.

2 сентябрҙә яңы учреждениеларҙың береһе – Йылайыр урта дөйөм белем биреү мәктәбе 300-ҙән ашыу уҡыусыны ҡабул итәсәк, уларҙың 40-тан ашыуы – беренсе класс уҡыусылары. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Галина Бегун билдәләүенсә, учреждение заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә. Өс ҡатлы бинала спорт залы һәм ике йыйылыштар залы, ҙур ашхана, медицина кабинеты урынлашҡан. Быйыл мәктәп 85 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Белорет районының Үҙәнбаш ауылында ла яңы мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ. Ауыл халҡы өсөн был күптән көтөп алынған ваҡиға.

— Һуңғы өс йылда балалар барак тибындағы йортта уҡырға мәжбүр булды, унда ни бары алты кабинет бар ине. Шуға күрә балалар ике, ә ҡайһы саҡта өс сменала уҡыны, — тине мәғариф бүлеге начальнигы Марина Саранцева. – Быйыл ябай дөйөм белем биреү учреждениеһы түгел, ә социаль-мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асасаҡ. Ике ҡатлы бинала 108 урынға иҫәпләнгән мәктәп, 30 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Быйыл яңы мәктәпкә беренсе класҡа ундан ашыу бала барасаҡ. Тотош район буйынса уларҙың һаны бер меңдән ашыу.

Яңы мәктәптәр шулай уҡ Салауат районының Яхъя ауылында (60 урынлыҡ) һәм Өфө районының Дорогин ауылында (375 урынлыҡ) асыласаҡ. Әйткәндәй, һуңғыһында 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла эшләй башлаясаҡ.

Шулай уҡ Иҫке Балтас һәм Бүздәк ауылдарында реконструкциянан һуң асылған мәктәптәр 2 сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.