8 декабрь, Кесе йома

27 август 2013 йыл, 14:08

Һыуыҡҡул ауылында Рөстәм Хәмитов комбайндар ремонтлау цехының эшмәкәрлеге менән танышты

автор: Эльвира Латипова, Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Рөстәм Хәмитов комбайндар ремонтлау буйынса махсуслашҡан «Подшипникмаш Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Бында Дон-1500 һәм New Holland иген урыу комбайндарына капиталь ремонт үткәрәләр һәм уларҙы яңырталар. Цех хеҙмәткәрҙәре йәмғеһе 18 комбайнды ремонтлаған, уларҙың 14-е бөгөнгө көндә Балтас, Краснокама, Яңауыл, Күгәрсен баҫыуҙарында эшләп йөрөй. Нигеҙҙә, бында 15-20 йыл эшләгән техниканы килтерәләр.

Предприятие директоры Раян Хәсәнов хәбәр итеүенсә, «Дон» комбайнын ремонтлау өсөн уртаса 2,4 миллион һум аҡса талап ителә, ә яңы комбайндың хаҡы – 5 миллион һум. Капиталь ремонттан һуң ете йыл гарантия бирелә. Бер комбайнды төҙөк хәлгә килтереү өсөн теүәл бер ай ваҡыт кәрәк.

Һыуыҡҡул ауылындағы предприятиела 25 кеше эшләй, уларҙың икәүһе юғары белемле. Компания кадрҙарға һөнәри белем биреү мәсьәләһен үҙе хәл итергә тырыша һәм белгестәрҙе уҡырға ебәрә. Предприятие етәкселеге шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусы йәш белгестәрҙе йәлеп итергә тырыша. Әммә уларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн әлегә мөмкинлектәр юҡ. Цехта уртаса айлыҡ эш хаҡы 14-17 мең һум тәшкил итә, ә инженер-техник хеҙмәткәрҙәр айына 23-24 мең һум ала.

Быйыл предприятие комбайндар ремонтлауға 23 заказ ҡабул иткән. Цех ҡеүәте иһә йылына 40 комбайнды ремонтларға мөмкинлек бирә. Компания етәкселеге иҫәпләүенсә, киләһе йылда был һанды икеләтә арттырырға мөмкин. Республика Президенты хужалыҡтың финанс-иҡтисади эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән танышты.

— Дөйөм алғанда, был дөрөҫ, яҡшы эш, ул район һәм тотош республика өсөн файҙалы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ремонт эштәре сифатлы башҡарылһа, быға ярҙам итергә кәрәк. Әлегә ойошма юлдың иң башында ғына. Инвестициялар, кешеләр, ҡорамалдар кәрәк. Заказдар бар. Барыһын да дөрөҫ иҫәпләп сығарыу һәм тейешле баһа биреү мөһим.