9 декабрь, Йома

27 август 2013 йыл, 13:15

Дүртөйлөлә Рөстәм Хәмитов мебель етештереү буйынса предприятиела булды

автор: Эльвира Латипова, Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө районына эш сәфәре сиктәрендә «Дүртөйлөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.

Предприятиела 100 төрҙән ашыу продукция, шул иҫәптән офис, мәктәп мебеле, ишектәр, тәҙрәләр, йомшаҡ мебель етештерелә. Мебелде заказ буйынса ғына яһайҙар. Заказдар бөтә республика буйынса, нигеҙҙә, мәғариф учреждениеларынан ҡабул ителә. Быйыл предприятие итальян ағас эшкәртеү ҡорамалы һатып алған.

«Дүртөйлөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1975 йылда эшләй башлаған. Предприятиела 19 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 14400 һум тәшкил итә. Бында ағас эшкәртеү, металл конструкциялар етештереү, мебель яһау цехтары бар. «Дүртөйлөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төп средстволарының дөйөм баланс хаҡы 10 миллион һум тәшкил итә.