4 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2013 йыл, 12:00

Башҡортостан Президенты Йүкәлекүл ауылында һөтсөлөк-тауар фермаһын ремонтлау барышы менән танышты

автор: Эльвира Латипова, Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Йүкәлекүл ауылында «Ленин исемендәге тоҡом малы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һөтсөлөк-тауар фермаһын ҡараны. Малсылыҡ комплексы «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы буйынса төҙөлгән.

Дөйөм финанслау күләме 16,7 миллион һум тәшкил иткән, 3,8 миллион һумға ҡорамалдар һатып алынған. Бында һөт блогын үҙ эсенә алған ике һыйыр аҙбарына капиталь ремонт үткәрелә, уларҙың дөйөм майҙаны 2839 квадрат метр тәшкил итә.

Ферма бинаһы 1970 йылда төҙөлгән. Бөгөнгө көндә бында бестужев тоҡомло 568 баш һыйыр малы аҫрала. Фермала 22 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 14 мең һум тәшкил итә. Дөйөм хужалыҡ буйынса тәүлегенә һигеҙ тонна һөт һауып алалар һәм Дүртөйлө һөт ризыҡтары комбинатына бер литрын 17 һумдан ташыралар.

Республика Президенты хужалыҡ етәксеһе Альберт Дәүләтбаев менән һөйләшеү барышында үҫемлекселек тармағы һәм иген культураларын урып йыйыу хаҡында ҡыҙыҡһынды. Альберт Дәүләтбаев хәбәр итеүенсә, иген культуралары өсөн 2730 гектар ер бүленгән, уртаса уңыш гектарынан 23,3 центнер тәшкил итә.