3 декабрь, Шәмбе

27 август 2013 йыл, 11:34

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән – Дүртөйлө районында

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Дүртөйлө ҡалаһы һәм районына юлланды. Республика башлығы бер нисә иҡтисади һәм социаль әһәмиәтле объектҡа барырға планлаштыра.

Атап әйткәндә, Президент Йүкәлекүл ауылында «Ленин исемендәге тоҡом малы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һөтсөлөк-тауар фермаһына, Һыуыҡҡул ауылында комбайндар ремонтлау буйынса махсуслашҡан «Подшипникмаш Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм «Дүртөйлөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә барырға ниәтләй. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ҡаланың 5-се урта мәктәбенә һәм балалар поликлиникаһына барасаҡ.