7 декабрь, Шаршамбы

27 август 2013 йыл, 11:11

Республика Ҡурай байрамында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә

автор: Эльмира Сабирова

13-14 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында үтәсәк республика Ҡурай байрамында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Сара сиктәрендә ҡурайсылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре бәйгеһе үтәсәк. Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре башҡарған көйҙөң тарихын мотлаҡ белергә тейеш.

Сығыштарға танылған ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ ижады белгестәре, үткән конкурстарҙа Гран-при яулаусылар баһа бирәсәк.

Программала шулай уҡ ансамбль етәкселәре өсөн ижади лаборатория үткәреү ҡаралған.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 8 сентябргә тиклем 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә ебәрергә кәрәк. Телефон/факс: 8 (347) 289-62-00.

Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, БР Ҡурайсылар союзы сығыш яһай.

Ҡурайсылар бәйгеһе тәүге тапҡыр 2001 йылда үткәрелде. Йылдан йыл был мәҙәни проект киң популярлыҡ яулай бара. Тәүге конкурста 130 кеше ҡатнашһа, 2012 йылда ҡатнашыусылар һаны 270 кешегә етте.