7 декабрь, Шаршамбы

27 август 2013 йыл, 10:27

Белем көнөнә арналған тантаналы саралар 2 сентябрҙә үтәсәк

автор: Людмила Терновая

Быйыл Белем көнөнә арналған тантаналы саралар 2 сентябрҙә үтәсәк. Балаларҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында көн дауамында администрация һәм уҡытыусыларҙың дежурлығы ойоштороласаҡ. Бөтә мәктәптәрҙә лә хоҡуҡ һаҡлау органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғын һағы вәкилдәре буласаҡ. Был хаҡта журналистарға Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һөйләне.

— Мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тулыһынса тәьмин итеү төп маҡсат булып тора, — тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. – Атап әйткәндә, матди-техник базаны әҙерләү, капиталь ремонт эштәрен тамамлау, ҡорамалдар, уҡытыу-методик әсбаптар һатып алыу, именлекте тәьмин итеү зарур. Бөгөнгө көнгә ремонт эштәре уҡыу йорттарында 80 процентҡа тамамланған.

2013 йылда йәмғеһе 107 дөйөм белем биреү учреждениеһында, шул иҫәптән 32 мәктәптә, капиталь ремонт үткәрелгән.

темалар: мәғариф