3 декабрь, Шәмбе

27 август 2013 йыл, 9:47

Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: Сергей Захаров

26 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының 2013-2014 уҡыу йылына әҙерлек кимәле буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәҙе.

Кәңәшмәлә 2 сентябрҙә Рәсәйҙә 13,5 миллион баланың, шул иҫәптән 1,5 миллион беренсе класс уҡыусыһының мәктәпкә барыуы билдәләнде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Дмитрий Медведев хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт һәм белем биреү учреждениелары алдында балаларҙың уҡыуын «ҡыҙыҡлы, уңайлы һәм, әлбиттә, хәүефһеҙ» итеү бурысы тора.

Дмитрий Медведев һүҙҙәренсә, төбәк мәғариф системаларын финанслауға ағымдағы йылда яҡынса 40 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, ә 2011 йылдан башлап был маҡсаттарға йәмғеһе 120 миллиард һум бүленгән.

Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, биш йыл эсендә биналары авария хәлендә тип танылған мәктәптәр һаны ике тапҡырға тиерлек кәмегән.

— Әммә, быға ҡарамаҫтан, был проблема көнүҙәк булып ҡала, уны тулыһынса хәл итеү өҫтөндә уйларға тейешбеҙ, — тине Дмитрий Медведев.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе алдағы ваҡытта бөтә мәктәптәрҙә лә, хатта иң төпкөлдә урынлашҡан уҡыу йорттарында, балалар өсөн туҡланыу ойоштороу мәсьәләһен хәл итеп буласағына ышаныс белдерҙе.