4 декабрь, Йәкшәмбе

26 август 2013 йыл, 17:26

Өфөлә 10 меңдән ашыу бала беренсе класҡа барасаҡ

автор: Людмила Терновая

Быйыл 10 600 өфөлө беренсе класҡа уҡырға барасаҡ. Был күрһәткес йылдан йыл арта бара, тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. Уның һүҙҙәренсә, быйылғы һандың үҙгәреүе лә мөмкин, сөнки мәктәптәрҙә документтар август аҙағына тиклем ҡабул ителәсәк.

Күҙаллауҙарға ҡарағанда, Өфөлә 2018 йылға тиклем беренсе класс уҡыусылары һанының артыуы көтөлә. 2018 йылдан һуң был һандың яҡынса бер мең кешегә кәмеүе ихтимал.

темалар: мәғариф