6 декабрь, Шишәмбе

26 август 2013 йыл, 16:05

Төбәктә табиптарҙың һәм мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡы республика буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанстат 2013 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың дәүләт һәм муниципаль ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы кимәлен иҫәпләп сығарған. Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияһының эш хаҡы күләмен төбәк буйынса уртаса кимәл (айына 21 653,8 һум) менән сағыштырғандар.

Шулай итеп, Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре ғинуар-июнь айҙарында айына 23 028,7 һум алған, республика буйынса уртаса кимәлдән был 6,3 процентҡа юғарыраҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарының уртаса эш хаҡы айына 17 777,2 һум тәшкил иткән (дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса эш хаҡына ҡарата 96,7 процент). Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусылары айына уртаса — 19 570 һум (төбәк буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә ҡарата 90,4 процент), юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары 34 650,5 һум (160 процент) алған.

Медицина ойошмаларында эшләгән, юғары белемгә эйә булған һәм медицина хеҙмәттәре күрһәткән хеҙмәткәрҙәр һәм табиптар тәүге ярты йыллыҡта айына уртаса 36 981,9 һум алған – Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы күләменә ҡарата 170,8 процент. Урта медицина персоналының эш хаҡы — 18 972,6 һум (87,6 процент), кесе медицина персоналының хеҙмәт хаҡы — 11 265,6 һум (52 процент).

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы — 8 166,9 һум  (республика буйынса уртаса кимәлгә ҡарата 37,7 процент), мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең — 12 339,6 һум (57 процент), ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең — 26 623,6 һум (123 процент).