3 декабрь, Шәмбе

26 август 2013 йыл, 15:07

Республикала торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре 18,9 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Республикала ғинуар-июль айҙарында 1,178 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре, 2012 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 18,9 процентҡа артҡан.

Шул уҡ ваҡытта предприятиелар һәм ойошмалар торлаҡ төҙөү күләмдәрен 201,4 мең квадрат метрға тиклем кәметкән. 2012 йылдың ғинуар-июль айҙарында был күрһәткес 214,6 мең квадрат метр тәшкил итә ине. Индивидуаль йорттар төҙөү күләме, киреһенсә, 976,6 мең квадрат метрға тиклем артҡан (үткән йылдың ошо уҡ осронда был күрһәткес 775,9 меңгә тиң ине).