Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәргә сыға

Мәҙәниәт

БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы сираттағы ижад миҙгеле алдынан Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәргә сығасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Тур 23-27 сентябрҙә үтә һәм республиканың биш ҡалаһын үҙ эсенә ала. Милли йәштәр театры үткән ижад миҙгеленең ике премьераһын — Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» комедяһын һәм Джанни Родариҙың әкиәте буйынса «Чиполлино» музыкаль спектаклен тәҡдим итәсәк.

Үткән йылда Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына Анатолий Приставкин повесы буйынса «Ночевала тучка золотая» спектакле менән театрҙың рус труппаһы гастролдәр менән барып ҡайтҡайны. Тамашасылар һәм профессионалдар араһында киң танылыу алған спектаклде рус труппаһының баш режиссеры, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында тыуып үҫкән Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть