6 декабрь, Шишәмбе

26 август 2013 йыл, 12:39

Башҡортостан Президенты Учалы ҡалаһына 50 йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашты

автор: Арина Рәхимҡолова

Учалыла ҡаланың нигеҙ һалыныуына 50 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

– Бөгөн беҙҙең янда ҡалаға иң беренсе нигеҙ һалыусылар – Хәлиҙә Әхмәтйәрова, Мөнирә Зарипова, Альбер Ғәзизов, ветеран таусылар – Виктор Недошивин, Илһам Сәғетдинов, Флүрә Хәмиҙуллина һәм бик күптәр бар, — тине Рөстәм Хәмитов, ветерандарҙы сәләмләп. – Бөгөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тотороҡло, яҡшы, профессиональ кимәлдә эшләй. Бының нигеҙендә продукцияның уңышлы баҙар конъюнктураһы ғына түгел, ә, тәү сиратта, аҡыллы сәнәғәт сәйәсәте ята. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге донъя кимәлендәге заманса техниканы ҡулланыуға баҫым яһай.

Президент шулай уҡ Учалының социаль йәһәттән дә алға китеүен билдәләне. Төбәк башлығы яңы предприятиелар барлыҡҡа килеүе, бәләкәй һәм урта бизнес үҫешеүе, инвесторҙар килә башлауы, «Техноплекс» заводының яҡшы темптар менән эшләү башлауы хаҡында әйтте. Уның һүҙҙәренсә, районда ауыл хужалығы ла яҡшы үҫешә. Шул уҡ ваҡытта төбәк башлығы төҙөлөш материалдары етештергән заводтар төҙөү кәрәклеге хаҡында әйтте. Төҙөлөш материалдарын республиканан ситтә һатып алыу торлаҡ хаҡтарының артыуына килтерә.

Башҡортостан Президенты Учалы ҡалаһының ҡайһы бер ҡаҙаныштарын һанап үтте.

– «Таусы» стадионы ҡайтанан төҙөлдө, боҙ аренаһы, шулай уҡ ҡала дауаханаһының гемодиализ һәм рентген-компьютер томографияһы бүлеге асылды, мәҙәниәт һәм ял паркы яңыртыла, быйыл 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асыласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы өс йыл эсендә 55 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Республика етәксеһе Учалының һәләтле кешеләр ҡалаһы булыуын, был төбәктән Рәсәй кимәлендәге билдәле кешеләр сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сара һуңында ҡаланың почетлы граждандары Президент ҡулынан Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын алды.