Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Учалыла балалар баҡсаһы төҙөү сифатын тәнҡиткә алды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Учалыға эш сәфәре барышында 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү барышын баһаланы.

Подрядсы – Сибайҙың «Строймеханизация» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – бинаны бер йыл элек төҙөй башлаған. Объекттың смета буйынса хаҡы 140 миллион һум тәшкил итә. Балалар баҡсаһы ағымдағы йылдың июлендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине, әммә төҙөлөш эштәре оҙаҡҡа һуҙылған.

Рөстәм Хәмитов төҙөлөш технологияһын үтәмәгән өсөн төҙөүселәрҙең эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡиткә алды. Диуарҙар төҙөлгәндән һуң, ҡыйыҡ ябыр урынға, улар эске төҙөлөш эштәрен башлаған. Бер нисә көн ямғыр яуғандан һуң, ҡыйыҡһыҙ торған бинаны һыу баҫҡан. Республика Президенты бындай эштән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе һәм төҙөүселәргә барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, көҙ аҙағына балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырырға ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть