4 декабрь, Йәкшәмбе

26 август 2013 йыл, 11:28

Рөстәм Хәмитов «Башавтотранс» предприятиеһының Учалы филиалына яңы автобустарҙан асҡыстар тапшырҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Учалы районына эш сәфәре сиктәрендә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Учалылағы бүлексәһенә дүрт яңы автобустан асҡыстар тапшырҙы. Сара Учалының үҙәк майҙанында үтте.

— Был мөһим ваҡиға булып тора. Яңы техника «Башавтотранс» предприятиеһының алдынғы бүлексәләренең береһенә тапшырыла, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ артабан да «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын яҡшы техника менән тәьмин итеп нығытасаҡбыҙ. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, маршруттар селтәрен үҫтереү өҫтөндә уйлаясаҡбыҙ.

Шулай уҡ Президент «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Учалы тау-машина эшләү альянсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы махсус техникаһын ҡараны. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов тәҡдим ителгән машиналар – ауҙармалы машиналар, бульдозерҙар, быраулау ҡоролмалары, тейәгестәр тураһына һөйләне. Бөгөнгө көндә предприятие Урал тау-металлургия компанияһы өсөн алдынғы сеймал етештереүсе, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә баҡыр һәм цинк концентраттары етештереү буйынса иң ҙур предприятиеларҙың береһе булып тора. Яңы техника «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлексәләренә 2013 йылға һатып алыуҙар программаһына ярашлы поставкалана башланы.