10 декабрь, Шәмбе

26 август 2013 йыл, 10:45

Башҡортостан Президенты Учалы районының социаль һәм етештереү объекттарында булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш визиты менән республиканың Учалы районында булды. Эш сәфәре барышында республика башлығы Учалыла капиталь ремонттан һуң асылған «Ветеран» клубын ҡараны. Райондың Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советында бөгөн 20 мең ветеран иҫәпләнә. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре Рөстәм Хәмитовҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, Иманғол ауылына илткән юлды төҙөкләндереү, элекке «Коммунар» колхозындағы ферманы республиканың «500 ферма» программаһына индереү һәм башҡалар.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ Учалының мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Бында ул «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһе менән танышты. Төбәк башлығы паркты реконструкциялау барышын баһаланы. Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев һөйләүенсә, быйыл парк эргәһендәге һаҙмат урындарҙы тупраҡ менән күмгәндәр. Парк биләмәһе киңәйтелгән. Киләсәктә был территория ҡала халҡының ялын ойоштороу өсөн файҙаланыласаҡ. Бығаса паркта төҙөкләндереү эштәре үткәрелмәгән. Төп эштәрҙе үткәреүгә республика бюджетынан 25 миллион һум аҡса бүленгән.

Сентябрҙә парктың беренсе сиратын асыу планлаштырыла. Киләһе йылға йәйге эстрада төҙөү, иҫке аттракциондарҙы алмаштырыу һәм территорияны төҙөкләндереү ҡаралған.

Паркта Рөстәм Хәмитов умартасы Әлфиә Хәзетдинова менән аралашты, бал һатыу мәсьәләһе хаҡында ҡыҙыҡһынды һәм район хакимиәте башлығына халыҡтан бал йыйып, уны һатыуға сығарыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Бының өсөн кооперативтар булдырырға, ә ҡалала бал баҙары өсөн айырым урын бүлергә кәрәк.

Бынан тыш, республика Президенты мембраналар етештереү буйынса PLANTER заводын төҙөү барышы менән танышты. Объект «ТЕХНОПЛЕКС заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙанында төҙөлә. Заводты декабрҙә асыу планлаштырыла. Проекттың хаҡы 250 миллион һум тәшкил итә. Барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Бында яҡынса 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

«ТЕХНОПЛЕКС» биләмәһендә төҙөлөш материалдары етештереү буйынса йәнә бер нисә предприятие эшләй. Завод етәксеһе Фәрит Ғәрифуллин хәбәр итеүенсә, продукция Башҡортостанда ғына түгел, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә һәм Мәскәү янындағы төбәктәрҙә һатыла. Уртаса эш хаҡы бында 35 мең һум тәшкил итә. Производствола 600-гә яҡын кеше эшләй.

Президент эшҡыуарҙарға өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алыр өсөн БР Хөкүмәтенә тейешле заявка биреп, ташламалар алырға кәңәш итте.

— Беҙҙә был эш бик яҡшы ойошторолған, — тине Рөстәм Хәмитов.

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты шулай уҡ итальян таш ваҡлау линияһында брусчатка етештереү буйынса махсуслашҡан «ЭкоСтройресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Предприятиеның генраль директоры Игорь Казаков хәбәр итеүенсә, производствола таш эшкәртеү предприятиеларының ҡалдыҡтары ҡулланыла.

Рөстәм Хәмитов, был предприятие продукцияһын Учалыла ғына түгел, Өфөлә лә даими ҡулланырға кәрәк, тип билдәләне. Башҡортостан Президенты менән аралашыу барышында Игорь Казаков йәнә бер инвестиция проекты тураһында һөйләне. Ул автоклав газ-бетон блоктар, панелдәр һәм плитә етештереү буйынса завод төҙөүҙе күҙ уңында тота. Производствола йылына 300 мең кубометр продукция етештереү планлаштырыла. Был материалды эконом класындағы торлаҡ төҙөүҙә ҡулланырға мөмкин. Бизнес-план әҙерләнгән дә инде. Рөстәм Хәмитов проектты тикшереү өсөн Игорь Казаковты Өфөлә үтәсәк кәңәшмәгә саҡырҙы. Башҡортостан Президенты, төҙөлөш материалдары етештереү буйынса бындай завод төҙөү — ҡала өсөн үтә мөһим, тип билдәләне. Бындай предприятиеларҙың булмауы арҡаһында, ҡалала торлаҡ ҡиммәт тора (бер квадрат метры өсөн яҡынса 34 мең һум). Проекттың төп маҡсаты – Учалыла торлаҡ хаҡын арзанайтыу.