Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Тәлғәт Тажетдин: «ШОС саммиты – ил һәм республика тормошонда мөһим ваҡиға»

Йәмғиәт

— Башҡортостанда рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүә ҙур иғтибар бүленә, республика Президенты трафынан ҙур ярҙам күрһәтелә, — тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларының йәш журналистары, блогерҙары һәм фотохәбәрселәренең халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

Юғарфы мөфтөй Ислам диненең радикаль ағымдарына ҡарашын белдерҙе.

— Башҡортостан баш ҡалаһында ШОС саммитын үткәреүҙе хуплайбыҙ. Был ил һәм республика тормошонда ҙур ваҡиға булып тора. Тыныс булығыҙ, беҙҙең республикала ниндәй ҙә булһа экстремизм һәм терроризм күренештәре юҡ, — тип ышандырҙы Тәлғәт Тажетдин. – Радикаль ағымдар тәбиғәткә, Аллаһы Тәғәләгә һәм дини кешеләргә ҡаршы килә. Беҙ үҙебеҙҙең мәсеттәрҙә, ғибәҙәтханаларҙа, уҡыу йорттарында экстремистарҙың йәки радикаль ағым вәкилдәренең үҙ идеяларын таратыуына юл ҡуймайбыҙ.

«Ләлә-Тюльпан» мәсетенә барғандан һуң, форумда ҡатнашыусылар Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Шулай уҡ улар өсөн Хәрби Дан музейына экскурсия ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть