Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Мәләүез районы мәктәптәренә һәм балалар баҡсаларына 40 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде

Йәмғиәт

Мәләүез районының мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү һәм уларҙың матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында муниципаль бюджеттан – 18,8 миллиондан ашыу, республика бюджетынан – 16,3 миллион, федераль бюджеттан 6,7 миллион һум аҡса бүленде. Был средстволар мәктәп һәм балалар баҡсалары биналарына капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелде, тип хәбәр итте район уҡытыусыларының кәңәшмәһендә муниципалитет хакимиәте башлығы Мәлик Вәхитов. Муниципаль район бюджеты сығымдарының яртыһынан ашыуы мәғариф өлкәһенә йүнәлтелә.

Муниципалитеттың мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән уҡыу йылында райондың балалар баҡсаларында 165 өҫтәмә урын булдырылған, капиталь ремонттан һуң 350 урынға иҫәпләнгән 20-се балалар баҡсаһы эшләй башлаған. Бынан тыш, 160 урынға иҫәпләнгән 25-се балалар баҡсаһын ҡайтарыу мәсьәләһе хәл ителгән, унда капиталь ремонт башланған.

2014 йылда элекке 5-се һәм 13-сө балалар баҡсалары биналарын ҡайтарыу һәм 110 балаға иҫәпләнгән яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөү мәсьәләләре хәл ителәсәк. Мәғариф системаһында булған нормативтарға ҡарамай, муниципалитет Васильевка, Ҡотош, Петропавловка ауылдарында мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырға, Аптраҡ төп белем биреү мәктәбен тергеҙергә тигән ҡарар ҡабул иткән.

Иң яҡшы педагогтар БР Мәғариф министрлығы, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, БР Профсоюздар федерацияһы, Мәләүез районы хакимиәтенең Почет грамоталары менән тәбрикләнде. Һигеҙ уҡытыусы «Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть