10 декабрь, Шәмбе

23 август 2013 йыл, 14:46

ШОС илдәренең йәш журналистары Өфөнөң социаль-иҡтисади мөмкинлектәре менән танышты

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: автор фотоһы

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларының йәш журналистары, блогерҙары һәм фотохәбәрселәренең халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларға Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Башҡортостан баш ҡалаһының социаль-иҡтисади мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Журналистар Өфө мэрына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, улар баш ҡалала йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре, спорт һәм туризмдың үҫеш кимәле хаҡында ҡыҙыҡһынды.

— Бөгөнгө көндә беҙҙең ҡала ШОС саммиттына һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуына әүҙем әҙерләнә. Саралар Өфөлә 2015 йылда үтә. Башҡортостан Республикаһына һеҙҙең визитығыҙ беҙҙең төбәк һәм уның баш ҡалаһы менән танышыу өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Һеҙ тәүгеләрҙән булып саммит үтәсәк ҡала тураһында һөйләй алаһығыҙ. Форум программаһында республикала һәм Өфөлә йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәте, тарихы, йолалары менән танышыу ҡаралған. Шулай уҡ һеҙ ҡаланың сәнәғәт, инновацион мөмкинлектәрен баһалай алаһығыҙ, — тине Ирек Ялалов.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр советы рәйесе Таалайбек Дайырбеков башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтары йолаларының оҡшаш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, баш ҡала вәкилдәренә йылы ҡаршы алғандары өсөн рәхмәт әйтте һәм Өфөләге коллегаларын тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Советтың сентябрҙә үтәсәк ултырышында ҡатнашырға саҡырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө ошо көндәрҙә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. 25 авгусҡа тиклем улар республика менән танышасаҡ.