9 декабрь, Йома

23 август 2013 йыл, 14:14

Өфөнөң Дим районында тимер юл аша яңы юл үткәргес асылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Йома, 23 августа, Өфөнөң Дим районында тимер юл аша яңы юл үткәргес асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

— Был күпер Дим биҫтәһендә һәм Өфөлә йәшәгән кешеләр, беҙҙең республикаға килгән ҡунаҡтар өсөн кәрәк. Был эш беҙҙең йәмғиәткә кәрәк, — тине республика башлығы. – Юл үткәргес оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк, Дим районына илткән юлда тығындар булмаясаҡ.  Бындай объекттарҙы артабан да төҙөйәсәкбеҙ. Атап әйткәндә, Тимашев юл үткәргесе төҙөлә башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта проектлау эштәре башланды. Көс һәм ресурстар табып, был проектҡа ла сығасаҡбыҙ.

Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Республика башлығы уларҙың эште сифатлы һәм профессиональ кимәлдә башҡарыуын билдәләне.

Киләсәктә башҡарыласаҡ төҙөлөш эштәре тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа – юл үткәргес, Өфөлә һәм башҡа төбәктәрҙә күперҙәр төҙөләсәген белдерҙе.

— Ике йыл ярым элек Рөстәм Зәки улы Дим биҫтәһенең транспорт мәсьәләһен хәл итергә ҡушҡайны, — тине Өфө мэры Ирек Ялалов. –Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөш эштәренең бөтә нормативтарына ярашлы заманса юл үткәргестең проекты әҙерләнде. Былтыр юл үткәргестең беренсе сираты асылды. Бөгөн иһә ул файҙаланыуға тапшырылды.

Ирек Ялалов һүҙҙәренсә, бының менән генә Дим районындағы төҙөлөш эштәре сикләнмәй. Киләһе этап сиктәрендә Өфө – Дим трассаһы яңыртыласаҡ.

Шулай уҡ быйыл төҙөүселәр Дим районынан сыҡҡан урындағы юлды яңырта башлаясаҡ. Шунда уҡ федераль бюджет средстволары иҫәбенә юл киңәйтеләсәк. Теүәл бер йылдан бында Дим районынан М5 трассаһына сыҡҡан заманса юл буласаҡ. Киләһе этап сиктәрендә Дим-8 һәм Дим-9 биҫтәләренең транспорт инфраструктураһы яңыртыласаҡ.

— Юл үткәргестең дөйөм хаҡы 1 миллиард 634 миллион һум тәшкил итте, — тип хәбәр итте 30-сы күпер төҙөү отряды начальнигы Павел Рабухин.