3 декабрь, Шәмбе

23 август 2013 йыл, 13:29

Федоровка районындағы иҫке мәсет яңы һулыш алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Федоровка районының Сытырман ауылында яңыртылғандан һуң ҡайтанан мәсет асылды. Ғибәҙәтхана асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, район хакимиәте вәкилдәре, күрше ауыл мосолмандары, урындағы халыҡ ҡатнашты.

Мәсет 1791 йылда төҙөлгән. Революциянан һуң ул эшләүҙән туҡтаған. Бинала тәүҙә мәктәп урынлашҡан, унан һуң ауыл клубы, колхоз идараһы, балалар баҡсаһы урын алған. Һуңғы йылдарҙа ул ныҡ иҫкергән, ярым емерек хәлдә булған.

Иҫке мәсетте тергеҙеү идеяһын Иҫке Сытырман ауылында тыуып үҫкән Фәнил Мауҡаев тәҡдим иткән. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн, ул күп йылдар төрлө инстанцияларға йөрөгән, хаттар яҙған. Яуап ала алмағас, активист ярҙам һорап бай яҡташтарына мөрәжәғәт иткән. Улар был идеяны хуплаған.

Эш барышында шулай уҡ иҫке зыяратты уратып ҡоймалар ҡуйылған. Мәсет тергеҙеү эшенә Мәләүездән мулла Барый Мәмбәтҡолов та әүҙем ҡушылған. Мәсет ике йыл эсендә яңыртылған.

темалар: дин,мәсеттәр