8 декабрь, Кесе йома

23 август 2013 йыл, 10:37

Нефтекама ветерандары өй туйлаясаҡ

автор: Людмила Терновая

24 августа, Нефтекамаға нигеҙ һалыныуға 50 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә, ҡаланың Ветерандар советы бинаһын асыу тантанаһы үтә. Совет өсөн бүленгән бина ҡала үҙәгендә филармония янында урынлашҡан. Бүлмәләрҙә ремонт эшләнгән, яңы мебель һатып алынған. Бығаса Ветерандар советы элекке балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан ине.

Яңы бинала, ҡаланың Һуғыш һәм хеҙмәт ветрандары советы менән бергә, «Хәрби дуҫлыҡ» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм Нефтекаманың йәнә бер ойошмаһы — «Чернобыль» союзы урынлашасаҡ.

Белешмә өсөн. Нефтекамала 250-нән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.

темалар: ветерандар