Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллиндың Озерск ҡалаһының Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Наталья Сальникова һәм урындағы «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайы директоры Оксана Косолапова менән осрашыуында башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Яҡтар башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән берлектәге саралар тураһында һөйләште. Ноябрҙә «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында республиканың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында башҡорт мәҙәниәте фестивален үткәреү планлаштырылды. Фестиваль сиктәрендә Изге Ҡөрьәнде яттан һөйләүселәр конкурсы ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ Амур Хәбибуллин ҡаланың эшҡыуарҙары менән осрашты һәм улар менән Башҡортостан тауар етештереүселәренең продукцияһын һатыуға сығарыу мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть